+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:35

Совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында ижади проект

Күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты ғәмәлгә ашырылды.

Күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты ғәмәлгә ашырылды.
Уның исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Комикс форматындағы 44 битлек «Абдул-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты» китабы 3160 дана менән сығарылған. Улар республика китапханаларына таратыла.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, рәссам, проекттың продюсеры Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнашты.
«Кәрим Хәкимов – һоҡланғыс һәм фажиғәле яҙмышлы кеше. Беҙҙә республикабыҙҙы данлаған исемдәр күп әле, әммә беҙ уларға тейешле иғтибар бүлмәйбеҙ. Энтузиастар, хөкүмәтебеҙ тарафынан Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарыла”, - тине Республика етәксеһе үҙенең сығышында
Проект өҫтөндә эш йәй башлана. Идеяның авторы һәм проекттың продюсеры Камил Буҙыҡаев әйтеүенсә, артабан Сәғүд Ғәрәбстанында, Англияла һәм Рәсәйҙә Кәрим Хәкимов тураһында документаль һәм нәфис фильм төшөрөү, шулай уҡ «Муха» студияһы менән берлектә йәнһүрәт эшләү планлаштырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: