0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 13:00

Шайморатовсылар иҫтәлегенә - мемориал таҡтаташ

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында кавдивизия яугирҙары Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев иҫтәлегенә таҡтаташ асыу сараһы була. Ауыл мәктәбе батырҙарҙың береһе - Хәнәфи Нурғәлиев исемен йөрөтә, уға арналған таҡтаташ мәктәп бинаһына ҡуйыласаҡ. Был ике яугирҙың яҙмышы дивизия менән ныҡлы бәйләнгән, уларҙың яуҙа батырҙарса һәләк булған.

Хәнәфи Нурғәлиевтың туғаны Гөлнур Ғәйнетдинова әйтеүенсә, ул бик сибәр кеше булған.
- Беҙ уның тураһында әсәйҙең, олатайҙың һөйләүенән генә беләбеҙ. Ростов өлкәһенең Обливский районы Ҡыҙыл ауылында ерләнгән, барып ҡәберен күреп ҡайтырға теләк бар.
Сталинградта торған Паулюс төркөмөн хәрби техника, ҡорал, боеприпастар менән тәьмин итеп тороусы ҙур тимер юлы Обливский станцияһы немецтар өсөн стратегик әһәмиәткә эйә була. 1942 йылда башҡорт атлылары ошонда ҡаты алыштар алып бара.
Әхмәтҡужа Әхмәҙуллин дивизияның байраҡсыһы була. Уның хаҡында политотдел етәксеһе Сабир Ҡадиров үҙ хәтирәләрендә яҙып ҡалдыра."Дивизияла Әхмәҙуллинды белмәгән кеше һирәктер. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте."
Байраҡсы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин үҙенең командиры Миңлеғәле Шайморатов менән бергә һәләк була. Ул Луганск өлкәһенең туғандар ҡәберлегенә ерләнгән.
Төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары, шайморатовсылар, ике батыр яугир иҫтәлегенә таҡтаташ декабрь баштарында асыла. Был сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, геройҙарҙың яҡындары һәм туғандары ҡатнашлығында уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: