+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:15

Путин әле һаман Байденды ҡотламаған

3 ноябрҙә Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауҙары үтте. Һайлаусылар тауышы нисбәте буйынса, Джо Байден алға сыҡҡан.

3 ноябрҙә Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауҙары үтте. Һайлаусылар тауышы нисбәте буйынса, Джо Байден алға сыҡҡан.
Тик әле һаман был юғары урынға кемдең үтеүе рәсми раҫланмаған. Дональд Трамп, һайлау мәлендә боҙоуҙар күп булды, тип дәғүә белдерә. Шуға ҡайһы бер штаттарҙа тауыштарҙы яңынан һанайҙар. Закон боҙоуҙар тураһында эштәр шулай уҡ судтарҙа ла ҡарала.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков, АҠШ-тың яңы Президентын Путин уның еңеүе тураһында рәсми хәбәр ителгәс ҡотлаясаҡ, тип белдергәйне.
"Мәскәү. Кремль. Путин" программаһына биргән интервьюһында Владимир Путин: “Бында бер ниндәй ҙә йәшерен мәғәнә, кемдер оҡшай йә оҡшамай, тигән нәмә юҡ – беҙ эске сәйәйси көстәрҙең низағы тамамланыуын ғына көтәбеҙ”, - тине.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: