+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 18:27

Кескәйҙәр һәм атай-әсәйҙәр ҡыуанысына

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтәсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, объект “Демография” милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һалына. Дәүләт заказсыһы булып Капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – “А-Строй” ойошмаһы.
Төҙөлөш-монтаж эштәре үткән йылдың ноябрендә башланған. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениеһының дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. Бина йылы ике ҡатлы үткәүел менән тоташҡан ике параллель корпустан торасаҡ.
Балалар баҡсаһы 12 төркөмгә иҫәпләнгән. Хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн – пассажир лифты, аҙыҡ-түлек ташырға тәғәйенләнгән бәләкәй йөк лифты ҡуйыласаҡ.
Әле баҡсаның биләмәһе төҙөкләндерелгән, фасад эштәре тамамланыу алдында. Йылы биреп ҡаралған. Бында эске биҙәү эштәре бара, кәрәкле ҡорамалдар килтерелә.
Башҡортостанда “Демография” милли проекты буйынса 3228 урынлыҡ 22 балалар баҡсаһы төҙөлгән. 2020 йылға маҡсат – 3890 урынлыҡ 24 учреждение төҙөү.
Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: