+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 19:47

Тағы бер ғүмер һүнгән...

22 ноябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 13 187.

22 ноябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 13 187. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 126 ауырыуҙа раҫланған.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19-ҙан тағы бер яҡташыбыҙ донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итә. Ул – Дүртөйлө районында йәшәүсе 1952 йылғы ханым. Артыҡ ауырлыҡтан, ике яҡлы нефросклероздан, бронхиаль астманан яфаланыуы уға коронавирусты еңергә кәртә булғандыр, күрәһең. Афәт ҡорбандары республикала 75-кә етте.
Әле 400-гә яҡын, теүәлерәк әйтһәк, 392 ауырыу ковид-госпиталдәрҙә вирусҡа ҡаршы көрәшә. Ауыр хәлдәгеләрҙең артыуы борсолоу тыуҙыра. Йома улар 36 ине, хәҙер 39 булып киткәндәр. Яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар ҙа күбәйгән – 14. Амбулатор дауа алыусылар – 1 298.
Кисәле-бөгөнлө, коронавирустан һауығып, дауахананан өйөнә ҡайтыусылар – 14. Пандемия башлағандан бирле инфекциянан 11 422 кеше сәләмәтләнгән.
Үпкә ялҡынһыныуы үткән тәүлектә 379 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан. Был сирҙән ҡотолоп, дауахананан сығыусылар кисә һәм бөгөн 401 булған.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: