+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 16:07

Мәскәү башҡорттары осрашты

Башҡортостанда Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың мәҙәниәт көнө сиктәрендә, Мәскәүҙең билдәле башҡорттары менән зум форматында онлайн- осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум етәксеһе Эльвира Айытҡолова Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына инициатива өсөн рәхмәтен белдереп мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың мәҙәниәт көнө сиктәрендә, Мәскәүҙең билдәле башҡорттары менән зум форматында онлайн- осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум етәксеһе Эльвира Айытҡолова Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына инициатива өсөн рәхмәтен белдереп мөрәжәғәт итте.
-Ғәҙәттә ошондай осрашыуҙарҙы Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойоштора ине. Был юлы тәҡдим тап Мәскәү башҡорттары яғынан булды. Ҡоролтай етәксеһе Салауат Әхмәҙуллин етәкселегендә бер-нисә осрашыу үтте. Унда баш ҡалала йәшәгән һәм эшләгән яҡташтарыбыҙ осрашты. Спикерҙар араһында беҙ танылған кешеләрҙе күрҙек. Рәсәйҙең халыҡ рәссаме Салауат Щербаков, ул үҙе башҡорт, уның скульптуралары барыһына ла таныш. Ул бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Кешене ағас тамырҙары менән сағыштырҙы. Әгәр ҙә тамырҙарыбыҙ булмаһа, кеше түмгәккә әйләнә, тине ул. Салауат үҙе етенсе быуынына тиклем тамырҙарын яҡшы белеүе, шәжәрәһен өйрәнеүе, үҙен һәр ерҙә башҡорт итеп күрһәтеүен дә билдәләне. Тағы бер яҡташыбыҙ Ләйсән Әхмәҙуллина Мәскәүҙә балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе ойошторған кеше. Балаларҙы туған телебеҙгә өйрәтә. Шуныһы әһәмиәтле, осрашыуҙарға төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡушылды. Ошондай тәҡдимдәрҙе беҙ хуплайбыҙ һәм унда әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ.
Салауат Әхмәҙуллин:" Әлеге шарттарҙа кешеләр араһында популяр була барған зум- осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Быны иһә Башҡортостанда Мәскәү башҡорттары мәҙәниәте көндәре тип атаныҡ. Декабрҙә башҡорт теле көнөнә онлайн концерт, түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырғанбыҙ".
Бөгөн Мәскәүҙә төрлө өлкәлә уңышлы эшләгән бихисап яҡташтарыбыҙ йәшәй. Улар араһында телмәр оҫтылығы буйынса дәрестәр алып барған Гөлнара Ибраҡова, башҡалала бер-нисә шәхси клубы булған ММА көрәшсеһе Илфат Әмиров, М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәҙуллина, "Онкомаяҡ" проектының авторы, табип Әнүзә Мырҙабаева, Schneider Group проекттары менеджеры, Рәсәйҙең алдынғы вуздарында белем алыусы Марат Төхвәтуллиндың, Рәсәйҙең халыҡ рәссаме Салауат Щербаковтың сығышы, тәжрибәһе барыһы өсөн фәһемле һәм файҙалы булды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: