+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:37

Студенттар экология яҡлы

Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты студенты Радмир Мирзаматов әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу полигонға сығарылған сүп-сарҙың күләмен кәмендә 50 процентҡа аҙайтасаҡ. Был түләүҙәрҙе кәметәсәк, ә икенсел матди ресурстарҙы йыйып тапшырыу ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү өсөн киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ. Студент “Сүп-сар менән эш: хәҙерге замандағы хәл-торош һәм перспективалар” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында беренсе урынды яулаған. Ул аграр университет миҫалында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм утилләштереүҙең иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ икәнен дәлилләй.#миллипроект # #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты студенты Радмир Мирзаматов әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу полигонға сығарылған сүп-сарҙың күләмен кәмендә 50 процентҡа аҙайтасаҡ. Был түләүҙәрҙе кәметәсәк, ә икенсел матди ресурстарҙы йыйып тапшырыу ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү өсөн киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ.
Студент “Сүп-сар менән эш: хәҙерге замандағы хәл-торош һәм перспективалар” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында беренсе урынды яулаған. Ул аграр университет миҫалында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм утилләштереүҙең иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ икәнен дәлилләй.
#миллипроект # #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл аграр университетында “Студенттар сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн” социаль-белем биреү экология проекты эшләй башлаған, шулай уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән БДАУ араһында экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. “Экология” милли проекты сиктәрендә “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” ойошмаһы университетта сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйған.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: