+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 19:26

36 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар 124-кә күбәйеп, уларҙың дөйөм һаны 12 933-кә етте.

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар 124-кә күбәйеп, уларҙың дөйөм һаны 12 933-кә етте.
Бөгөнгө көндә дауаханала ятыусылар – 368. 36-һы ауыр хәлдә, 12-һе – яһалма һулыш аппаратында. 1 116 сырхау участка табиптары тәғәйенләгән дарыуҙарҙы эсеп, өйөндә дауалана.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һуңғы тәүлектә COVID-19-ҙан йәнә ике яҡташыбыҙ вафат булыуы тураһында хәбәр итә. Вирус ҡорбандары, шулай итеп, 73-кә етте.
Кисәле-бөгөнлө COVID-19-ҙы еңгән 51 кеше дауахананан сығарылған. Пандемия башланғандан алып сирҙән ҡотолоусылар – 11 326.
Тәүлек эсендә республикала пневмония 394 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә был ҡаты ауырыуҙан сәләмәтләнеп дауахананан ҡайтыусылар – 391.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: