+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 20:55

Вирус ҡышларға булды

Коронавирус, беҙҙең янда ҡышларға ҡалып, һөжүмен көндән-көн көсәйтә бара. Һуңғы тәүлектә инфекция 125 ауырыуҙа табылған.

Коронавирус, беҙҙең янда ҡышларға ҡалып, һөжүмен көндән-көн көсәйтә бара. Һуңғы тәүлектә инфекция 125 ауырыуҙа табылған. 19 ноябргә ҡарата республикала сир лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында, дөйөм алғанда, 12 809 сырхауҙа раҫланған.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 356 кеше ята. 32-һенең хәле ауыр тип баһалана, 11-е яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Инфекцияны сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 1 107 ауырыу өйөндә дауалана.
Бер тәүлек эсендә 84 яҡташыбыҙ, шәпләнеп, дауаханананан сыҡҡан. Һауығыусылар барлығы – 11 275.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 ноябрҙән бирле көн һайын республикала COVID-19-ҙан берәр ғүмер өҙөлә. Аҙаҡҡы тәүлектә Өфөлә йәшәүсе 1948 йылғы ҡатын вафат булған. Ул, коронавирустан тыш, шәкәр диабеты, ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр сире менән дә ауырыған булған.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы үткән тәүлектә 389 яҡташыбыҙға ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуынан стационарҙа дауаланыусы 376 кеше, арыуланып, өйөнә ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: