-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 15:26

Төньяҡ- көнбайыш башҡорттары хаҡында баҫмалар

Дүртөйлө районы миҫалында төнъяҡ-көнбайыш төбәктәренең крайын өйрәнеүгә арналған онлайн конференция үтте. Уның эшендә Башҡортостандың милли архивы, музейы, тарихсы-ғалимдар, Башҡортостан энциклопедияһы, ведомство етәкселәре һәм Дүртөйлө районы вәкилдәре ҡатнашты.

Дүртөйлө районы миҫалында төнъяҡ-көнбайыш төбәктәренең крайын өйрәнеүгә арналған онлайн конференция үтте. Уның эшендә Башҡортостандың милли архивы, музейы, тарихсы-ғалимдар, Башҡортостан энциклопедияһы, ведомство етәкселәре һәм Дүртөйлө районы вәкилдәре ҡатнашты.
Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең үҙ сығышын, ғаилә тарихын, шәжәрәһен өйрәнеүгә иғтибары артты. Бөгөн әллә нисә быуат элек булған документтарҙы ҡарарға, үҙеңдең кемлегенде, ата-бабаларыңдың ниндәй кәсеп кешеһе булыуын өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр күбәйҙе. Ошо йәһәттән республикабыҙҙың милли архивы ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы. Улар тарафынан ревизия документтарын электрон вариантҡа күсереү эше 2008 йылдарҙан алып барыла. Бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин әйтеүенсә, унда һәр бер район, кешеләрҙең милләте, кәсебе хаҡында ҙур мәғлүмәттәр тупланған. Был документтарҙа 1912 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ла, Беренсе бөтә донъя, Бөйөк ватан һуғышы йылдарына ҡағылған мәғлүмәттәрҙе лә табырға мөмкин.
Хәҙерге Дүртөйлө районына ҡараған биләмәләрҙә йылан, елдәк, ҡанғлы ырыуы башҡорттары йәшәй. Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, һәр төбәктең картаһы сығыуын, унда теге йәки был ырыуға ҡағылышлы материалдарҙы табыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Был карта бер-нисә учреждение тарафынан эшләнгән һәм унда XIX-XX быуаттарҙың төрлө сығанаҡтары файҙаланылған һәм индерелгән. Шулай уҡ ғалим төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары хаҡында 15 брошюраның донъя күреүен бәйән итте. Уны "Башҡортлар.ру" һылтанмаһы аша ла табырға мөмкин.
-Уны беҙ мотлаҡ Дүртөйлө районының хакимиәтенә лә бирәсәкбеҙ. Был үҙенә күрә сығышы, милләте менән ҡыҙыҡһынған йәки тәрән белергә теләгән кешеләр өсөн юл күрһәтеүсе, аңлатыусы баҫма булып тора.
Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин "Көнбайыш башҡорттары" тигән белешмәнең исем туйын үткәрҙе. Унда Дүртөйлө, Шаран, Йәрмәкәй, Балтас, Туймазы, Бүздәк райондары хаҡында мәғлүмәттәр тупланған, ә Краснокама, Борай, Илеш райондары буйынса әҙерләнеүен хәбәр итте.
Белешмәлә, кем ул башҡорттар, улар ниндәй ҡатламдан торған, этник процесстар һәм социаль мөнәсәбәттәр, төнъяҡ-көнбайыш диалект хаҡында кәрәкле мәғлүмәттәр алырға була.
Шулай уҡ конференцияла төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының ҙур энциклопедияһы әҙерләнеүе хаҡында ла сығыш булды. Был баҫмалар 2021 йылдарға әҙер буласаҡ. Уны төҙөгәндә төбәк халҡы менән осрашыуҙар ҙа ойошторолған.
фото "Ватандаш" журналынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: