+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 11:05

Мордовияла һәм Белгород өлкәһендә – яңы етәксе

Кисә Мордовия Республикаһы һәм Белгород өлкәһе башлыҡтары отставкаға китте.

Кисә Мордовия Республикаһы һәм Белгород өлкәһе башлыҡтары отставкаға китте.
Президент Владимир Путин үҙенең указы менән Мордовия башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Дағыстан Республикаһында премьер-министры булып эшләгән Артем Здуновҡа йөкмәтте. Ул 1978 йылда Ҡаҙанда тыуған.
Икенсе указы менән Президент Белгород өлкәһенә быға тиклем Ставрополь крайы хөкүмәте аппараты етәксеһе булған Вячеслав Гладковты ҡуйҙы.
Кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәрҙе Кремлдең матбуғат хеҙмәте үҙенең рәсьми сайтында белдерә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: