+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 11:45

Кушнарен районы хәкимиәтендә – тентеү

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Кушнаренко районы хакимиәтендә тентеү үткәргән.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Кушнаренко районы хакимиәтендә тентеү үткәргән.
Райондың 43 йәшлек башлығы Руслан Ғизәтуллин вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм ер менән мутлашыуҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр белдереүенсә, Ғизәтуллин 2019 йылдың июль айында Первушино ауылы эргәһендәге 145 гектар ауыл хужалығы ерен арендаға бирә. Килешеү төҙөгөн коммерция фирмаһы ер эшкәртеү менән булышмай икән. Был ерҙә турист базаһы төҙөргә, ҡалған майҙанды, өлөштәргә бүлеп, торлаҡ төҙөү өсөн һатырға ниәтләнгәндәр. Өҫтәүенә, кадастр хаҡы 8 млн һум торған ер 5,1 млн һумға киткән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: