0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 13:10

Эттәр тешенән ҡот осмалы үлем

Октябрьский ҡалаһында 24 йәшлек ир үҙенең этенән таланып үлгән.

Октябрьский ҡалаһында 24 йәшлек ир үҙенең этенән таланып үлгән.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ир өйҙә үҙенең – стаффордшир терьер һәм ҡатынының әхирәте ҡарауға ҡалдырған питбультерьер тоҡомло һуғыш эттәре менән яңғыҙы була. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында эттәр уға һөжүм итә, талап ташлай. Ярҙам тауышына күршеләре полиция саҡыра. Патруль пост хеҙмәткәрҙәренә табель ҡоралынан эттәрҙе атып үлтерергә тура килә. Таланған ир алған яраларҙан дауаханала йән бирә. Хәҙер эске органдар хеҙмәткәрҙәре был ҡот осҡос ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: