БР Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы йомғаҡтары буйынса онлайн-осрашыуҙар уҙғара.
Был аҙналағы һөйләшеүҙә республикабыҙҙың Бөрө зонаһы - Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары һәм Бөрө ҡалаһынан уҡытыусылар ҡатнашты.
Төбәк-ара форум нигеҙендә ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителгән һуң? БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Б.И.Зинуров үҙенең сығышында ошо йүнәлештә башҡарылған эштәр менән ентекле таныштырҙы. Булат Илшад улы әйтеүенсә, балалар баҡсаларында башҡорт теленә өйрәтеүсе педагогтар өсөн уҡытыу программалары ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә электрон уйынсыҡтар - планшеттар, телефондар етештереү күҙаллана.
Башҡорт төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр - республика кимәлендә уҙғарылған "Иң яҡшы тәрбиәсе" конкурсында "Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе" номинацияһы булдырылған. Шулай уҡ балалар баҡсаларында эшләүселәрҙең эш хаҡын 15 процентҡаса арттырыу күҙаллана.
"Этномәҙәни белем биреү ойошмаһы" тигән төшөнсәне федераль законға индереү тураһындағы ҡарар ҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән берлектә эш алып барыла.
Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар араһында - башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында "Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты" конкурсын уҙғарыу.
Милли мәғариф идаралығы начальнигы шулай уҡ полилингваль белем биреүгә бәйле мәсьәләләргә лә туҡталды. Уҡытыу өсөн методик ҡулланмалар планға индерелде, улар һәр мәктәптә барып етәсәк, тип белдерҙе ул.
Башҡорт телен дистанцион рәүештә өйрәнеү буйынса платформа булдырыу йәһәтенән дә аныҡ эштәр бар. "Туған тел донъяһы" порталы киләсәктә уҡытыусыларҙың аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнер, һәр кем унда үҙенә кәрәкле мәғлүмәт таба алыр", - тигән ышаныс белдерҙе Булат Илшад улы.
Һөнәри яҡтан камиллашыу маҡсатында юғары уҡыу йорттары менән онлайн форматта осрашыуҙар ойоштороу ҙа уҡытыусылар өсөн файҙалы булмаҡсы. Эпидемиологик хәл көйләнгәс, бындай осрашыуҙарҙы райондарҙа ла уҙғарыу планлаштырыла.
Һөйләшеү барышында шулай уҡ 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методик әсбап авторын билдәләү маҡсатында конкурс ойоштороласағы хаҡында әйтелде.
Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Октябрь айында Пермь крайының Барҙы районында ошондай мәктәп асылған да инде, унда 37 бала шөғөлләнә.
Осрашыуҙың пленар өлөшөндә шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова менән Ҡариҙел районы Байҡыбаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсбирә Мәғәруф ҡыҙы Кәбирова ла ҡатнашты.
Артабан уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Махсус һылтанмалар буйынса үтеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса алымдар һәм технологиялар менән танышырға, тыуған яҡты өйрәнеү һәм этнокультурологик йүнәлештәге дәрестәр хаҡында фекер алышырға мөмкин ине. Башҡорт телен дистанцион рәүештә уҡытыуға, федераль конкурстарҙа ҡатнашыуға бәйле яңы мәғлүмәткә лә эйә булды уҡытыусылар.
Ошондай форматтағы осрашыуҙар - заман талабы. Башланғыстар тормошҡа ашһын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланһын, тормош тәжрибәһен яңы алымдар менән байытһын, тигән теләктәбеҙ.