+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 11:20

Башҡорт ризыҡтары өсөн тауыш бир

Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсы бара.

Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсы бара.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан 26 ғариза ебәрелгән. Конкурсанттарҙың күпселеге «Тәм-том», «Ит», «Һөт ризыҡтары» номинацияларына өҫтөнлөк биргән. Беҙҙән, мәҫлән, үҙенең бауырһағы менән Федоровка районы «Бүләк» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡатнаша. Шулай уҡ Башҡортостандан конкурсҡа Бөрйән солоҡ балы, башҡорт крем-балы, ҡорот, ҡаҙы, талҡан, ҡаҡланған дөйәғош ите, Ҡариҙел үләндәре, сырҙар, минераль һыуҙар ҡуйылған.
19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем һәр кем теге йә был ризыҡ өсөн https://russiantastes.ru/personal/requests/ һылтанма буйынса тауыш бирә ала. Еңеүселәр декабрҙә иғлан ителә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: