+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 16:41

Ат уйнатып алдан бара...

Был аҙнала театр һөйөүселәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған премьераны ҡараясаҡ. Ни бары 35 кешене генә индергән театрҙың бәләкәй залы барлыҡ теләүселәрҙе лә һыйҙара алмаҫ, күрәһең. 18 ноябрҙә спектакль журналистарға ла тәҡдим ителде.

Был аҙнала театр һөйөүселәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған премьераны ҡараясаҡ. Ни бары 35 кешене генә индергән театрҙың бәләкәй залы барлыҡ теләүселәрҙе лә һыйҙара алмаҫ, күрәһең. 18 ноябрҙә спектакль журналистарға ла тәҡдим ителде.
Спектаклгә килгәндә, уның эстәлеге бик бай һәм тамашасылар сәхнә әҫәре менән берлектә документаль фильм да ҡараясаҡ. Сөнки сәхнәләге ваҡиғалар экрандағы кинохроникалар менән бергә үрелеп бара. Шунһыҙ комдив һәм Башҡорт атлылары үткән данлы яу юлын тулыһынса асыуы ҡыйын булыр ине. Был алым театрҙар өсөн яңылыҡ түгел. Хәҙер беҙ театр менән циркты берләштереү, спектаклгә телевизион титрҙар индереү күренештәрен дә күҙәтәбеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, был иһә көслө документаль кино-спектакль булды.
Миңлеғәле Шайморатов роле йәш актер, Ш. Бабич йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбировҡа тапшырылған. Уны сәхнәлә генерал менән оҡшашлыҡ ҡына түгел, ә ышаныслы итеп уйнауы ла айырып тора. Комдив сибәр, батыр, ғәҙел булып күренә үҙенең тамашасыларына.
Авторы - байтаҡ ҡына документаль фильмдарға сценарийҙар яҙыусы Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев. Шулай уҡ спектаклгә бик күп кешеләр үҙенең көсөн һалған. Тамаша матур, сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, йырҙар, шиғырҙар менән байытылған. Бейеүҙәрҙе Рәис Низаметдинов ҡуйған, композиторы - Урал Иҙелбаев.
Тамашанан һуң, спектакль хаҡында фекер алышыу булды. Шағирә Лариса Абдуллина: "Был спекталде ҡарағандан һуң, Миңлеғәле Шайморатов менән бер милләттән булыуым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем", - тине.
Заһир Ҡотлосурин: "Был театр өсөн яңы йүнәлеш, драма әҫәрҙәре дефицит осорҙа, төрлө тарихи документтарға, фото архивтарға таянып, яңы технологиялар ҡулланып, халҡыбыҙҙың башҡа ҡаһарман шәхестәре хаҡында документаль спекталдәр ҡарау мөмкинлеген аса. Беҙ документаль кино-спектаклдәргә мохтажбыҙ", - тип үҙ фекерен әйтте.
"Ат уйнатып алдан бара" спектакленең премьераһы 19-20 ноябрҙә үтәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: