+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 14:25

“Тулҡын”да эштәр гөрләй

Өфөлә “Тулҡын” (“Волна”) паркында ҙур реконструкция эштәре дауам итә. Әле күлде тәртипкә килтереү һәм амфитеатр төҙөү бара.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә “Тулҡын” (“Волна”) паркында ҙур реконструкция эштәре дауам итә. Әле күлде тәртипкә килтереү һәм амфитеатр төҙөү бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөлөш эштәре барышын муниципалитет күҙәтеп бара. Аҙна һайын бында Өфөнөң Ленин районы хакимиәте, капиталь төҙөлөш идаралығы, заказсы һәм төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү хеҙмәте, “Союзстройресурс”, “Уфастрой”, “Горзеленхоз” ойошмаларының берлектәге кәңәшмәһе үткәрелә.
Амфитеатр майҙаны өлөштәргә бүленгән эллипс рәүешендә эшләнгән. Архитектур объекттың үҙәк өлөшө гранит менән һалынған. Уны ноябрь аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр.
Күлдең ярҙарын нығыталар. Уның тирә-яғына йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынасаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Парктың ҡап уртаһында киртләсле майҙан төҙөү планлаштырылған.
Реконструкция эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты буйынса алып барыла.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: