Республикала балалар өсөн башҡорт телендә комикстар донъя күрҙе. Өс мең данала сыҡҡан баҫма "Әбдел-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты" тип атала. Башҡорт һәм рус телдәрендәге комикстарҙы һәр китапхана үҙенең фондына аласаҡ.
Проектты башлап ебәреүселәр, комикстар ярҙамында уҡыусыларҙы туған телдә китаптар укыуға йәлеп итергә ниәт итә.
Ағымдағы йылдың 20 ноябрендә "Кәрим Хәкимовтың тере китабы" тигән проекттың исем туйы үтәсәк. Ул күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың 130 йыллығына арналған. Сарала билдәле каррикатурист Камил Буҙыҡаев һәм "Муха" студияһы ҡатнаша. Пандемияға бәйле, исем туйы онлайн форматта үҙасаҡ. Уны ютуб-каналда ҡарарға мөмкинлек бар.
Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантына, республика китапханалар ассоциацияһы тарафынан ойошторола.