-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 23:28

Мансур Зияев төшөргән граффити – иң яҡшыларҙың береһе

Мансур Зияев Нефтекама ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттоң диуарында ҡулдарына бөтә ҡаланы тотҡан табипты төшөргән. Был һүрәт Волга буйы федераль округында үткәрелгән “ФормART” стрит-арт фестивалендә өсөнсө урынды яулаған.

“Доктор сити” эше тураһында автор үҙе шулай тип һөйләй: “Башын эйеп, табип иғтибар менән, балаға баҡҡандай, ҡалаға ҡарай. Доктор – йыйылма образ. Был эшем – беҙгә һәм табиптарға барыбыҙҙың да ошондай хәстәргә мохтаж икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөү ул”.
Фестивалдең еңеүсеһе – “Таҙа һулыш” эше. Уны Һамар өлкәһенән Оксана Гладкова төшөргән. Икенсе урында – Һарытау өлкәһенән Юрий Быковтың “Тормош сәскәләре” рәсеме.
Граффитиҙар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар эшенә, пандемия менән көрәштә берләшеү, ауырыуҙан һуң киләсәк тормош, кешеләрҙең яңы ысынбарлыҡҡа яраҡлашыуы темаларына арналғандары бар. Был рәсемдәр медицина учреждениелары, дауаханалар, йәштәр һарайҙары, ирекмәндәр үҙәктәре, шулай уҡ торлаҡ йорттарға төшөрөлгән.
Фото “Молодежная газета” гәзите сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: