-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 12:37

Башҡорт телендә һөйләшәм

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда башҡорт теле көнөн үткәреү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республикала был көндө ижтимағи-мәҙәни һәм мәғрифәткә арналған саралар уҙасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда башҡорт теле көнөн үткәреү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республикала был көндө ижтимағи- мәҙәни һәм мәғрифәткә арналған саралар уҙасаҡ.
Ойоштороу комитетын Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләй.
Хәбәр итеүебеҙсә, башҡорт теле көнө 14 декабрҙә уҙасаҡ. Был дата Башҡортостан Башлығының 2019 йылғы указына ярашлы, башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында, рәсми рәүештә иғлан ителгән.
Башҡорт теленә әҙерлек күп ерҙәрҙә әле үк бара. Киң мәғлүмәт саралары өсөн махсус медиаплан төҙөлгән. 14 декабрҙә - башҡорт теле көнөндә - башҡорт теле йылына ла йомғаҡ яһаласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: