Республикабыҙҙа коронавирустан вафат булыусылар 70-кә етте. Һуңғы тәүлектә унан Өфөлә йәшәүсе 1942 йылғы ҡатын донъя ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ул юғары ҡан баҫымы һәм шәкәр диабеты менән дә ауырыған, уң үпкәһендә шештән яфаланған икән.
18 ноябргә ҡарата Башҡортостанда инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 12 684 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сирҙе 119 сырхау эләктергән.
Стационарҙарҙа ятыусылар әле – 346. Шуларҙың 31 ауыр хәлдә, яһалма һулыш аппаратына тоташтырылыусылар - 11. Өйҙә дауаланыусылар – 1 077.
Кисә һәм бөгөн 37 кеше дауахананан сығырылған. Барлығы 11 191 яҡташыбыҙ һауығыуға өлгәшкән.
Үпкә ялҡынһыныуы менән ауырып китеүселәр кисәгенән 23-кә аҙыраҡ – 366. Һуңғы тәүлектә пневмониянан сәләмәтләнгән 351 кеше дауахананан өйөнә ҡайтҡан.