+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 21:51

Яңы “рекорд”: +121

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү буйынса яңы “рекорд” билдәләнгән: тәүлек эсендә ауырыуҙар 121-гә артып, уларҙың дөйөм һаны 12 565-кә еткән.

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү буйынса яңы “рекорд” билдәләнгән: тәүлек эсендә ауырыуҙар 121-гә артып, уларҙың дөйөм һаны 12 565-кә еткән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ ковид-19-ҙан йәнә бер үлем осрағы тураһында хәбәр итә: коронавирус йөрәк сиренән, атеросклероздан яфаланыусы 73 йәшлек Өфө уҙаманының ғүмерен өҙгән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 317 ауырыу дауалана. 32 сырхау ауыр хәлдә ҡала, уларҙы ҡотҡарыу өсөн табиптар бөтә көсөн һала. Амбулатор рәүештә 1 025 сирле дауа ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә дауаханаларҙан 44 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башынан бирле 11 154 яҡташыбыҙ сәләмәтләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы асыҡланған пневмония осраҡтары буйынса ла “рекорд” теркәлгән. Тәүлек эсендә сир 389 ауырыуҙы (кисә 323 ине) аяҡтан йыҡҡан. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуынан 375 кеше ҡотолған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Читайте нас: