-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 19:07

Теш табиптары – Йылайырҙа

Балалар стоматологтары бригадаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар стоматолог-белгесе Римма Ғәниева етәкселегендә Йылайыр районына сыҡҡан. Ике көн дауамында районда йәшәгән 79 баланың һаулығы тикшерелгән, 56-һына дауалау үткәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балалар стоматологтары бригадаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар стоматолог-белгесе Римма Ғәниева етәкселегендә Йылайыр районына сыҡҡан. Ике көн дауамында районда йәшәгән 79 баланың һаулығы тикшерелгән, 56-һына дауалау үткәрелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, табиптар Йылайырға КАМАЗ нигеҙендә эшләнгән күсмә дауалау-диагностика комплексы менән барған. Комплекс Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматологик поликлиникаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса алынған.
Бригада Йылайыр коррекция мәктәбендә һәм Матрай ауылындағы социаль приют бүлегендә булған. Комплексҡа шулай уҡ яҡын-тирә ауылдарҙан да балалар килгән.
Табиптар сәләмәтлек дәрестәре лә үткәрә. Балалар викторинала ҡатнашып, бүләктәр ала.
Сара "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в