-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 12:25

Шайморатов генерал – театр сәхнәһендә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 19-20 ноябрь тамашасылар хөкөмөнә яңы спектакль тәҡдим итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 19-20 ноябрь тамашасылар хөкөмөнә яңы спектакль тәҡдим итә.
Легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов – "Ат уйнатып алдан бара" театраль проекттың геройы. Уның етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев, сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева. Автор билдәләүенсә, театрҙағы премьера тап дивизияны ойошторған осор менән тура килә. Сәхнәләге спектакль Шайморатовтың дивизияға килгән көндәренән алып һәләк булған ваҡытын һүрәтләй.
Спектаклдә документаль мәғлүмәттәр, халыҡ йырҙары, хәрби йылдар шиғырҙары, фольклор элементтары менән үрелеп бара. Патриотик бейеүҙәрҙе Рәис Низаметдинов ҡуйған, музыкаһын Урал Иҙелбаев яҙған, консультанты – Салауат Хәмиҙуллин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в