0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 11:10

Илдә наркомандар һаны кәмей

Рәсәй Хәүефһеҙлек Советы ултырышында наркомания проблемаһы ҡаралды.

Рәсәй Хәүефһеҙлек Советы ултырышында наркомания проблемаһы ҡаралды.
Президент Владимир Путин белдереүенсә, һуңғы 10 йылда илдә наркомандар һаны дүрттән бергә кәмегән һәм бөгөн был социаль сиргә дусар кешеләр һаны яҡынса 478 мең тәшкил итә. Шулай уҡ наркотиктарға бәйле енәйәт тә 17 процентҡа түбәнәйгән. Хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе махсус дәүләт саралары күрелеүенә һәм был өлкәлә ҡануниәтте көсәйтеүгә бәйле. Мәҫәлән, наркотик таратҡан һәм контрабанда ойошторған өсөн ғүмерлеккә төрмәгә ябыуға тиклем яза ҡаралған.
Йәш быуынды был афәттән һаҡлап алып ҡалыу өсөн даими эш алып барыла. Мәктәп һәм техникум уҡыусыларының, юғары уҡыу йорттары студенттарының 85 процентына – йәмғеһе 6 миллионға яҡын йәш быуын вәкиленә социаль-психологик тест үткәрелгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: