-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 14:55

Ике кеше һәләк булды....

Янғында ике кеше һәләк булды.Уларҙың береһе - 5 йәшлек бала.

Янғында ике кеше һәләк булды.Уларҙың береһе - 5 йәшлек бала.
Әлшәй районының Шафран ауылындағы янғын оло йәштәге ирҙең һәм уның 5 йәшлек ейәнсәренең ғүмерен өҙҙө. Янғында вафат булыусыларҙың ауылдаштары әйтеүенсә, йортта бәләкәй бала тәрбиләүсе йәш ғаилә фалиж һуҡҡандан һуң хәрәкәтләнмәгән аталары менән бергә йәшәгән. Фараздар буйынса, оло кешенең сирле булыуы ут ялмаған йорттан сығыу мөмкинлеген сикләгән дә инде. Был ваҡытта ир менән ҡатын аҙыҡ-түлек алыу өсөн район үҙәгенә киткән була.
Янғында ҡаза күреүселәрҙе ауылдаштары янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем үк алып сыға.Тик оло кеше - ваҡиға урынында уҡ, сабый дауаханала вафат була.
Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре тикшерелә. Яҡындарын юғалтыуҙан тыш, йортһоҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам ойоштороу иғлан ителгән.
Аңһыҙ бәләләрҙән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в