+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 20:30

Хәүефһеҙлек – тәү сиратта

Балаларға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса дәрестәр ошондай девиз аҫтында үтте. 10 буласаҡ бала ҡараусы тренажерҙарҙа кәрәкле оҫталыҡҡа өйрәнде.

Балаларға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса дәрестәр ошондай девиз аҫтында үтте. 10 буласаҡ бала ҡараусы тренажерҙарҙа кәрәкле оҫталыҡҡа өйрәнде.
Дәрестәр “Бала ҡараусыларҙы һөнәри әҙерләү һәм сертификациялау” проекты сиктәрендә үтте. Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡан проект БР граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Буласаҡ бала ҡараусылар баланың тын юлына ят есем киткәндә, тамағына торғанда, тонсоҡҡанда эшләнергә тейешле ғәмәлдәрҙе үҙләштерҙе. Ҡан китеүен туҡтатыу, жгут һалыу, яраны эшкәртеү, бәйләү, йөрәккә массаж яһау оҫталығына ла өйрәнделәр.
Проектта ҡатнашыусыларға “Балаларға тәүге ярҙам күрһәтеү” курсын үтеүе тураһында сертификат тапшырылды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: