Ғалимдар билдәләүенсә, респиратор вирустар тәүҙә кешенең тамаҡ буйына ултыра. Тикшереүҙәр шуны күрһәткән: ҡара миләш һәм гранат һуттары, шулай уҡ йәшел сәй вирустарҙы баҫыу һәм юҡ итеү һәләтенә эйә. Ҡара миләш COVID-19 вирусының әүҙемлеген – 97 процентҡа, гранат һуты һәм йәшел сәй – 80 процентҡа тиклем кәметә. Уларҙа вирусҡа кире тәҫир иткән полифенол матдәһе бар икән.