+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 18:51

Туҡланыу өлкәһендә үҙ эшеңде асырға теләйһеңме? Түләүһеҙ уҡыуҙарға рәхим ит!

Фуд-акселераторҙың төп бурысы – эшҡыуарҙарға йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә бизнес асырға ярҙам итеү. Программаның бер өлөшө сәләмәт туҡланыуға арналған. Диетолог-нутрициолог һорау менән ҡулланылған тауарҙар тураһында һөйләй, рецептар менән бүлешә, аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һаҡларға өйрәтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Фуд-акселераторҙың төп бурысы – эшҡыуарҙарға йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә бизнес асырға ярҙам итеү. Программаның бер өлөшө сәләмәт туҡланыуға арналған. Диетолог-нутрициолог һорау менән ҡулланылған тауарҙар тураһында һөйләй, рецептар менән бүлешә, аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һаҡларға өйрәтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уҡыуҙың ҙур өлөшө маркетингҡа арналған. Эшҡыуарҙар ҡулланыусыға ҡыҙыҡ булған продуктты етештерергә һәм уны онлайн һатыуға уңышлы сығарырға өйрәнә. Бынан тыш, фуд-акселераторҙа ҡатнашыусыларҙың брендтың архитектураһы, логистика, һатыу каналдары, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары һәм башҡа һорауҙарына яуап алыу мөмкинлеге бар.
Интенсив туҡланыу индустрияһында эшләгәндәр һәм был өлкәлә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙе йыйҙы. БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда барыһы 130-ҙан ашыу кеше теркәлгән.
Уҡыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған. Ул “Киләсәк фабрикаһы” майҙанында онлайн форматта үтәсәк.
Фуд-акселераторҙы БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнесым” үҙәге ойошторған. Был – Рәсәй өсөн уникаль программа. Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фуд-акселераторҙа ҡатнашыу түләүһеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: