Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк" системаһы хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Етәксе белдереүенсә, кешеләр дауалау учреждениеларынан вирусҡа бәйле һорауҙар буйынса тейешле мәғлүмәт, ауырығанлыҡ ҡағыҙы, анализдарҙың һөҙөмтәһен ауырлыҡ менән саҡ ала. Ошоға тиклем булған мәғлүмәт схемалары был проблеманы хәл ҡыйынлыҡ менән хәл итте. Ошо турала Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
Ковидҡа ҡаршы үҙәк 16 ноябрҙән, иртәнге 8-ҙән - 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. "Торатау" конгресс-холл бинаһында урынлашҡан Үҙәккә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, танылған табип Римма Үтәшева етәкселек итәсәк. Унда ирекмәндәр, операторҙар йәлеп ителгән. Эксперт советына БДМУ-ның профессорҙары, уҡытыусылар, белгестәр саҡырылған.
Үҙәктең телефоны: 8(347)218-19-19.
Берҙәм Рәсәйҙең ирекмәндәр үҙәге: 8 800-201-89-03
Табип саҡырыу өсөн берҙәм номер: 1302
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу линияһы: (347)286-58-27, 279-91-20.