+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 19:11

Киләһе йылда Стәрлетамаҡта ниндәй урамдар йүнәтеләсәк?

2021 йылда Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылда Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проект сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороуҙа техник саралар ҡуйыу, юлдың өҫкө япмаһына ремонт, һыҙаттар һыҙыу, айырым участкаларҙа тротуар һәм йәйәүлеләр юлын йүнәтеү эштәре ҡаралған. Стәрлетамаҡта киләһе йылда ремонт үткәреләсәк юлдың дөйөм оҙонлоғо 11 саҡрым тәшкил итәсәк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, ремонт эштәре Хоҙайбирҙин, Тыныслыҡ, Гоголь, Суханов, К.Маркс, Халтурин, Салтыков-Щедрин, Ҡара диңгеҙ урамдарында, Өфө трактында, Октябрь проспектында башҡарыласаҡ.
Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең киң матбуғат саралары менән бәйләнеш буйынса бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: