-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 21:01

Хәл “тотороҡло рәүештә ауыр” ҡала

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы буйынса хәл “тотороҡло рәүештә ауыр” ҡала.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы буйынса хәл “тотороҡло рәүештә ауыр” ҡала. 16 ноябргә ҡарата ковид-19 инфекцияһы йәмғеһе 12 444 кешелә раҫланған. Тәүлек эсендә сир 116 ауырыуҙа асыҡланған. Уларҙың күбеһе Өфөлә (30), Бәләбәй (23) һәм Туймазы (11) райондарында йәшәй.
Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аҙаҡҡы тәүлектә коронавирустан 68-се яҡташыбыҙ – Әлшәй районында йәшәүсе 67 йәшлек ҡатындың донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте. Ҡан тамырҙары тромбозы, шәкәр диабеты менән дә сирләүе ханымға коронавирусты еңеп сығыу өсөн ҡамасаулағандыр.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 318 сырхау ята. Ауыр хәлдәгеләр көн һайын арта – улар 32, алтауһы – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 948. Кисә һәм бөгөн туғыҙ кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 11 110, йәғни 90 процент.
Республикала йәшәүселәргә пневмония сире лә аяуһыҙ һөжүм итә. Үткән тәүлектә уның менән 323 яҡташыбыҙ ауырыған. Һуңғы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуынан һауыҡҡан 310 кеше дауахананан сығарылған.
Башҡортостандың медицина ойошмаларында йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн 5 800 урын әҙерләнгән һәм йыһазландырылған. Бөгөн шуларҙың 23 проценты буш килеш ҡала.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: