10 ноябрҙә Таулы Ҡарабахта ҡырҡ биш көн барған һуғыш туҡтаны.
Уның барышында ике яҡ та ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Танылмаған Таулы Ҡарабах республикаһының Оборона миннистрлығы хәбәр итеүенсә, асыҡланған ҡорбандар һаны 1382 кешегә еткән. Шул уҡ ваҡытта Әрмәнстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һуғышта 2317 кешенең ғүмере ҡыйылған. Әжербайжан иһә үҙенең юғалтыуҙары тураһына мәғлүмәт әлегә бирмәй.
Билдәле булыуынса, 27 сентябрҙә башланып киткән ҡан ҡойош Рәсәй ҡатнашлығында ғына туҡтатылды. Килешеүгә Рәсәй һәм Әзербайжан етәкселәре Владимир Путин менән Илһам Әлиев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян ҡул ҡуйҙы.