Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселегендәге рәсми делегация Пермь крайында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә ҡатнаша. Уның составында министрлыҡ етәкселәре, билдәле ғалимдар һәм республиканың эшлекле даирәләре бар. Сараларҙың күбеһе онлайн-форматта бара. Ғәйнә башҡорттары йәшәгән төбәкте республика менән күптәнге хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Илебеҙгә Туҡтамыш Ишбулатов, Исмәғил Тасимов, Ғата хәҙрәт, башҡорт этнографияһын өйрәнеүсе тарихсы Сергей Руденко кеүек шәхестәрҙе биргән Пермь крайы, башлыса Барҙы районы – милләттәштәребеҙҙең күпләп йәшәгән төбәге. Башҡорттар – һаны буйынса Пермь крайында 4-се урында тора. Ете мең башҡорт бөгөн Пермдең үҙендә генә йәшәй.
Бөгөн яҡтар Барҙы районының мәғариф, мәҙәни учреждениеларын ҡараны, башкорт йәкшәмбе мәктәбендә булды. Унан һуң "Урал башҡорттары: Пермь крайының мәҙәни байлығында" тигән түңәрәк өҫтәлдә бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, башҡорт ырыуҙары картаһы, уға ҡушымта булараҡ сығарылған "Пермь крайы башҡорттары" тигән иллюстрацияланған журналдың исем туйын үткәрҙе һәм бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, республика элек-электән ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә ярҙам итә. Бөгөн дә милли костюмдар менән тәьмин итеү, музыка ҡоралдарына өйрәтеү буйынса оҫтахана дәрестәре дауам итә. Шулай уҡ Барҙы районы менән "Ҡәрҙәш мәктәптәр" тигән килешеү төҙөлгән, унда йәкшәмбе мәктәбе бар. Пермь крайының башҡорт балалары "Йәйләү" ял лагерҙарында әүҙем ҡатнаша, республиканың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика гимназияһына, юғары уҡыу йорттарына инеп белем ала.
Пермь крайында йәшәүсе башҡорттар ҙа үҙҙәренең үҙенсәлеген һаҡларға тырыша. Бөгөн төбәктә барҙы, ғәйнә биҙәге тигән төшөнсә бар. Был иһә ғәйнә башҡорттарына хас таҫтамал сигеү, түбәтәйгә үҙенсәлекле биҙәк һалыу кеүек кәсептәр киң таралған. Пермь крайынында башҡорттар тарихын өйрәнеүсе ғалим Александр Черных әйтеүенсә, улар был мәҙәни ҡомартҡылар менән Башҡортостанда үтәсәк фольклориадала әүҙем ҡатнашырға йыйына.
Пермь крайында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә эшлекле даирәләрҙең осрашыуы ла көтөлә.