+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 16:36

Башҡорт кабинетын йыһазландырыуға – сертификат

Пермь крайының Барҙы районында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм традицияларҙы өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Бөгөн белем усағында Башҡортостан делегацияһын ҡаршы алдылар.

Пермь крайының Барҙы районында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм традицияларҙы өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Бөгөн белем усағында Башҡортостан делегацияһын ҡаршы алдылар.

Барҙы районында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе ағымдағы йылдың октябрь айында эшләй башланы. Унда 30 бала шөғөлләнә. Дәрестәр аҙна һайын, һәр шәмбе көнө үткәрелә. Башҡорт теле буйынса дәрестәрҙе Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина, Альбина Әүхәҙиева алып бара.

– Мәктәп туған телдәрҙе өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы грантын отто. Балалар ихлас күңелдән йөрөй, шиғырҙар,йырҙар өйрәнәбеҙ, – тине Альбина Әүхәҙиева.

Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, башҡорт йәкшәмбе мәктәбендәге балалар шөғөлләнгән класты йыһазландырыу өсөн сертификат бүләк итте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: