+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 15:42

Йондоҙҙар менән иртәнге аш, файҙалы кәңәштәр “Ҡатын- ҡыҙ бәхет иле” проектында

15 ноябрҙә Башҡортостан Юлдаш каналы “Ҡатын-ҡыҙ бәхете иле” асыҡ академияһының онлайн телемарафонына саҡыра. Эфир көндөҙгө 11-ҙә үҙенең тамашасыларын көтөп ҡала. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов менән иртәнге аш, Элвин Грейҙан музыкаль күстәнәс, Рәсәй йондоҙо Алсу менән осрашыу һеҙгә матур ял кәйефе бүләк итер.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим проблемалар буйынса һөйләшеүҙә Федерация Советы ағзаһы, сенатор Лилий Ғүмәрова, балалар омбудсмены Милана Скоробогатова, матурлыҡ, туҡланыу, диета, ҡатын-ҡыҙға өй йыйыштырыу, көндәлек йорт мәшәҡәттәрен еңеләйтеү буйынса белгестәр кәңәше битараф ҡалдырмаҫ.
Билдәле булыуынса, “Ҡатын- ҡыҙ бәхет иле” республика проекты гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм ул - Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы Гранты еңеүсеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: