+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 17:55

Яҡташтарыбыҙ федераль каналда

Күптән түгел “Пятница” каналының “Орел и решка” программаһында Өфө ҡалаһы һәм уның янындағы төбәктәр хаҡында тапшырыу эфирға сыҡҡайны. Унда республиканың туристик потенциалы, ҡымыҙы, балы, буҙа эшләү нескәлектәре, аҡсалы һәм осһоҙло ял итеү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.

Күптән түгел “Пятница” каналының “Орел и решка” программаһында Өфө ҡалаһы һәм уның янындағы төбәктәр хаҡында ярты сәғәтлек тапшырыу эфирға сыҡҡайны. Унда республиканың туристик потенциалы, ҡымыҙы, балы, буҙа эшләү нескәлектәре, аҡсалы һәм осһоҙло ял итеү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.
Тағы бер яҡташыбыҙ , ҡатын- ҡыҙ ҡурайсыларҙың береһе Земфира Рәшитова “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты. Земфира этник мәҙәниәтте, халҡыбыҙҙың ҡурай моңон пропагандалаусы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Социаль селтәрҙәрҙә бирелгән анонстарға ҡарағанда, яҡташыбыҙҙың сығышын бөгөн беренсе каналда ҡарарға мөмкин. Быға тиклем республика баҫмалары Земфира Рәшитова 20 ноябрҙә эфирҙа буласаҡ тип яҙғайны.
Шулай уҡ Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин “Киске Ургант” тапшырыуының геройы. Программаның алып барыусыһы Иван Ургант менән төшкән фоторәсем социаль селтәрҙәрҙә урын алды. Эльбурс Ниғмәтуллин тапшырыуҙы шулай уҡ бөгөн,13 ноябрь көнө ҡарарға саҡыра.
фото "Комсомольская правда" гәзитенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: