+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 21:12

"Тотош ғаилә менән сирләйбеҙ..."

Республикала коронавирус инфекцияһын ғаилә менән йоҡтороусылар күп.

“Коронавирус менән ғаиләнән алты кеше ауырыйбыҙ: ирем һәм кейәү, саҡ тын алып, дауаханала ята, беҙ – мин, ике һеңлем, уртансы һеңлемдең ҡыҙы – өйҙә дауаланабыҙ. Ярға ташланған балыҡ кеүекбеҙ...” – тип һөйләй яҡын әхирәтем. Улар һымаҡ, ғаилә менән сирләүселәр бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп.
Башҡортостанда тәүлек эсендә тағы ла 115 ауырыу теркәлгән. 13 ноябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар 12 096 булып киткән.
Стационарҙарҙа ятыусылар әле – 321. Ауыр хәлдәгеләр артҡан, кисә улар 27 ине, бөгөн – 30, етәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 648. Үткән тәүлектә 51 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны - 11 062.
Шәфҡәтһеҙ вирустан көн һайын бер ғүмер һүнә. Афәт ҡорбандары төбәгебеҙҙә 65-кә етте.
Ҡаты ауырыу – пневмония ла зәһәрлеген арттырғандан-арттыра. Кисәле-бөгөнлө ул 326 сирлелә асыҡланған. Һуңғы 24 сәғәттә 333 яҡташыбыҙ, унан ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: