-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 12:13

Тағы бер юғалтыу...

83-сө йәшендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың кинематографистар берлеге ағзаһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, башҡорт киноһы аҡһаҡалы Фәрит Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уның исеме менән башҡорт кинопрокаты тарихы, тотош бер эпоха бәйле ине.

Фәрит Фәтих улы Белорет районында тыуып үҫкән. Тормошоноң ҙур өлөшө "Башкиновидеопрокат" дәүләт ижади-етештереү идаралығы менән бәйле була. Был өлкәлә ул 1992 йылдан 2006 йылдарға тиклем эшләй. Фәрит Фәтихов етәкселегендә республикала ижтимағи-сәйәси, мәҙәни саралар, сәнғәт, кино фестивалдәре ойошторола. Ул "Пугачев", "Ай тотолған төндә", "Алтын атлы-һыбайлы" фильмдарының консультанты була.
Фәрит Фәтих улы республикала кино музейын төҙөү, кинематография өлкәһендә эшләгән шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы Фәрит Ғәбитовтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, мәрхүмдең урыны йәннәттә булһын....
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: