+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 17:15

Интернет-конкурстың төп призы - 50 мең һум

14 декабргә, башҡорт теле көнөнә “Vibергә” тигән интернет-конкурс иғлан ителгән. Уның маҡсаты - социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыу, тел, тарих һәм шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү.

14 декабргә, башҡорт теле көнөнә “Vibергә” тигән интернет-конкурс иғлан ителгән. Уның маҡсаты - социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыу, тел, тарих һәм шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү.
Интернет-конкурста ҡатнашыусыларға ағымдағы йылдың 7 декабренә тиклем “Бәйләнештә” селтәрендә һәм Instagram да ике номинациялағы ижади эштәрен һалыу мотлаҡ. Уның береһе - “Башҡорт телендәге иң яҡшы открытка”, икенсеһе - иң яҡшы вайн. Был шаттар конкурстың рәсми аккаунтында ошо һылтанма буйынса @bashkort_postcards и @bashkort_vine бар.
Конкурсты билдәле башҡорт вайнерҙары, блогерҙар баһалаясаҡ. Уның йомғаҡтары шәп приздар менән билдәләнә. Еңеүселәр - 3 меңдән 50 меңгәсә аҡсалата бүләктәр аласаҡ.
Проекттың координаторҙары булып Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республика халыҡ ижады үҙәге тора.
Белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта заман яңылыҡтары һәм трендтар күҙ асып йомған арала үҙгәрә. Мәҫәлән, ҙур метражлы фильмдарға алмашҡа, төрлө тормош хәлдәренә бағышланған ҡыҫҡа фильмдар, мем-открыткалар килде.
Улар йәмғиәт өсөн актуаль мәғлүмәт таратыуҙа ҙур роль уйнай башланы, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: