+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 15:26

Үҙенсәлекле балалар беҙҙең ярҙамға мохтаж

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 сентябрҙән балаларҙың үҫеше буйынса комплекслы етешһеҙлектәре булған, шул иҫәптән аутизм диагнозы ҡуйылған балалар өсөн ресурс класс асылғайны. Бындай төркөмгә ҡараған балаларҙы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡытыуҙың һөҙөмтәһе һәм файҙаһы күберәк, ти белгестәр.

Шуға күрә был проект аутизмы булған 6 баланы дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта башланы. Һәр бер балаға махсус белем алған педагог-тьютер тәғәйенләнгән, уҡыу программаһы төҙөлгән.
Баланың академик һәм физик мөмкинлегенә ҡарап, улар ябай балалар уҡыған кластарҙа 5-10 минут ваҡыт уҙғара, һуңынан педагогтар уларҙы ресурс зонаға ҡайтара. Проекттың төп шарты - дөйөм мәктәп белем билеү процессын боҙмаҫҡа. Уның маҡсаты - аутист баланы үҙаллы тормошҡа әҙерләү һәм берҙәм коллективҡа өйрәтеү.
Был проект Рәсәй Президенты Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының инициативалы әсәләре отҡан һәм башлап ебәргән.
Әлеге ваҡытта мөһим проект артабанғы яҡлау һәм ярҙамға мохтаж. Битараф булмаған кешеләр проекттың етәксеһе Светлана Котляроваға шылтырата ала- 8-922 465- 70-77
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: