Борай ауылының 2-се лицей- гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева “Еңеү дәресе” методик эшләнмәләр буйынса халыҡ-ара конкурстың “Туған тел” номинацияһында еңеү яулаған. Был бәйге 1 сентябрь старт алған.
Конкурста барлығы Рәсәй төбәктәренән һәм 25 сит илдән 15 мең педагог ҡатнашҡан. Унда “Иң яҡшы тарих дәресе”, “Иң яҡшы социаль мәктәп проекты”, “Иң яҡшы һынлы сәнғәт дәресе” һәм башҡа номинациялар булған.
“Туған тел” номинацияһында иң яҡшылар рәтенә ингән яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!