10 ноябрҙә Рәсәй һәм Әзербайжан етәкселәре Владимир Путин менән Илһам Әлиев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян Ҡарабахта һуғышты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Документҡа ярашлы, 15 ноябргә тиклем Әрмәнстан – Кельбаджар, 20 ноябргә тиклем – Ағдам, 1 декабргә тиклем Лачин райондарын Әзербайжанға ҡайтарырға тейеш. Шуша ҡалаһы Әзербайжан ҡарамағында ҡала. Таулы Ҡарабах менән Әрмәнстан бәйләнешен өҙмәҫ өсөн 5 километр киңлегендә Лачин коридоры булдырыла. Үҙ сиратында Әрмәнстан Әзербайжандға уның анклавы булған Нахичеван автономиялы республикаһы менән бәйләнеш өсөн юл аса.
Был төбәктә тыныслыҡты һаҡлап Рәсәй ғәскәре торасаҡ. Килешеү биш йылға төҙөлгән. Әгәр яҡтар ҡаршы булмаһа, ул тағы шул уҡ мөҙҙәткә оҙайтыла. Күҙәтеүселәр рәүешендә Әзербайжанда Төрөк хәрбиләре лә урынлаштырыла.
Күптәрҙә, ә Таулы Ҡарабах ҡайһы ил ҡарамағында ҡала, тигән һорау тыуҙы. Уға әле аныҡ ҡына яуап юҡ. Шуны ғына билдәләп үтергә кәрәк: асылда, ул – Әзербайжан биләмәһе һәм ошо сифатта башҡа дәүләттәр тарафынан танылған.