0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 11:30
2021 йылдың 1 ғинуарынан республикала балалар баҡсаһы өсөн түләү арта
2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта.
2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта.
Уртаса түләү 1749,16 һумға тиклем етә. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
2020 йылдың ғинуарынан республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында балаларҙы тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 кимәлендә билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы бар. Әйтәйек, баҡсаға бер генә бала йөрөй икән, компенсация күләме түләнгән сумманан 20 процент була. Ике бала йөрөһә, 50 процент; өс һәм унан күберәк балалар — 70 процент.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: