– Беҙҙең ҡурай тажына Рәсәйҙең 10 төбәгендә ҡыҙыҡһыныу белдерәләр. Ҡурай сәскәһенә оҡшаған дауаханалар бөтә илдә ҡалҡып сығыуы ихтимал. Ә республика иһә оператив рәүештә икенсе дауахананың төҙөлөшөн дауам итә. Әлеге ваҡытта был беҙгә бик кәрәкле объект. Практика күрһәтеүенсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн ул бик уңайлы һәм ваҡытлы проекттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Уны үҙҙәрендә ҡулланған күрше өлкә коллегаларға уңыштар теләйбеҙ, – ти Радий Хәбиров.