+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 12:28

Танырлыҡ та түгел

Юлдарға плитә түшәлгән, матур эскәмйәләр ҡуйылған, ғәҙәти булмаған сүп һауыттары үҙ урынын алған. Хәҙер бында Сурай ауылы халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа рәхәтләнеп ял итә. Яңы яҡтыртыу системаһы скверҙа кис көнө лә рәхәтләнеп йөрөргә мөмкинлек бирә.#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

Юлдарға плитә түшәлгән, матур эскәмйәләр ҡуйылған, ғәҙәти булмаған сүп һауыттары үҙ урынын алған. Хәҙер бында Сурай ауылы халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа рәхәтләнеп ял итә. Яңы яҡтыртыу системаһы скверҙа кис көнө лә рәхәтләнеп йөрөргә мөмкинлек бирә.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Мишкә районының Сурай ауылында мари яҙыусыһы Яныш Ялкайн исемендәге скверҙа ремонт эштәре тамамланған.
Композицияла төп элемент булып мари яҙыусыһы Яныш Ялкайн бюсы тора. Бында мари теле, мәҙәниәте буйынса уҡыусылар өсөн төрлө саралар үтәсәк.
Ауыл халҡы скверҙың яңырыуын ҡыуанып ҡабул иткән. Яҙ һәм йәй айҙарында, ағастар һәм үләндәр йәшәргәс, түтәлдәрҙә гөлдәр сәскә атҡас, бында тағы ла матурыраҡ булып китер, ти улар.
Яңыртыу эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә башҡарылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: