-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 18:12

Таңғатарҙар һаулыҡтың ҡәҙерен белә

“Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу – ғүмерҙе оҙонайтыуҙың мөһим бер сәбәптәренең береһе”, – ти Борай районында йәшәүсе апай һәм ағайҙар. Бында оло йәштәгеләр физкультура һәм спорт менән бик дуҫ. #миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

“Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу – ғүмерҙе оҙонайтыуҙың мөһим бер сәбәптәренең береһе”, – ти Борай районында йәшәүсе апай һәм ағайҙар. Бында оло йәштәгеләр физкультура һәм спорт менән бик дуҫ.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Таңғатар ауылында “Йәшлек” клубына йөрөүселәр иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем велосипедта йөрөй. Көн һайын 20 километр үтәләр. Шулай уҡ скандинавса таяҡ менән йөрөү ҙә таралған. Көнөнә сәғәт ярым – өс сәғәт йөрөйҙәр. Улар араһында спорттың был төрө менән күптән шөғөлләнгәндәр ҙә, яңы ҡушылғандар ҙа бар. Атлау көс, ҡеүәт бирә, ти улар. Был ваҡытта бер-береһе менән күрешеп, аралашыу ҙа күңел күтәренкелеген һаҡларға ярҙам итә, тип хәбәр итәләр Борай районы хакимиәтендә.
Был ағай-апайҙар, инәй-бабайҙар хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен яҡшы белә. Йылдар үтеү менән сәләмәтлектең ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың, ти улар.
Саралар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото Борай районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: