+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 12:00

Мәскәүҙән генә ҡалышҡанбыҙ

“Ҙур этнографик диктант” яҙған кешеләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында рекорд ҡуйған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акцияла республиканан 138409 кеше ҡатнашҡан. Был Мәскәү ҡалаһынан ҡала икенсе һан.

Рәсәй субъекттарынан һәм 123 илдән Диктантты барыһы 1742661 кеше яҙған.
“Акция ниңә йылдан-йыл популярлаша? Этнодиктанттың һорауҙары һәр ҡатнашыусыны мауыҡтырғыс тарихи ваҡиғаларға индерә, унда һәр кем үҙен археолог, тарихсы, хазина эҙләүсе итеп хис итә. Һәр ҡатнашыусы тамырҙарын нығыраҡ ярата һәм ҡәҙерләй башлайҙыр, тип өмөт итәм”, – ти Диктанттың Башҡортостандағы төбәк координаторы Альмира Ҡолдәүләтова.
“Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса белеп була: www.miretno.ru.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: