+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 11:34

Бер-бер артлы ФАП-тар төҙөлә

2020 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша 95 модулле, 13 капиталь фельдшер-акушер пункты һәм табип амбулаторияһын эксплуатацияға индереү ҡаралған. Күптән түгел Ауырғазы районында ла ике ФАП асылған.#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

2020 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша 95 модулле, 13 капиталь фельдшер-акушер пункты һәм табип амбулаторияһын эксплуатацияға индереү ҡаралған. Күптән түгел Ауырғазы районында ла ике ФАП асылған.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Таштамаҡ ауылында асылған ФАП-ты төҙөү һәм медицина йыһаздары менән тәьмин итеү өсөн 6,5 миллион һум аҡса бүленгән. Ул Таштамаҡ һәм Усман ауылында йәшәгән 790 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
– Быйыл бөтә республика буйынса 108 ФАП төҙөләсәк. 2024 йылға тиклем барлыҡ иҫке ФАП-тарҙы ла алмаштырасаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Фәритов фельдшер-акушер пунктын асыу тантанаһында.
Яңы ФАП-тың майҙаны – 67 квадрат метр. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Тағы ла бер ФАП Ҡорманай ауылында асылған. Ул Ҡорманай һәм Әбсәләм ауылдарында йәшәгән 600 кешене ҡабул итәсәк. 70 квадрат метр майҙанлы бинаны һалыу өсөн 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
– ФАП асылыу шатлығын уртаҡлашыуыма бик шатмын. Һуңғы йылдарҙа беҙ уларҙы күп төҙөйбөҙ, йыл һайын 100 һаулыҡ һаҡлау пункты һалабыҙ. Ауыл медицинаһына оҙаҡ ваҡыт кәрәкле иғтибар булманы, хәҙер уны тергеҙергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өҫтөндә эшләүҙең һөҙөмтәләре менән дә ҡыҙыҡһынды. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов һүҙҙәренсә, был йүнәлештә “Ауыл табибы” программаһы бик ярҙам итә. 2020 йылда Талбазы үҙәк район дауаханаһына ете белгес килгән, йыл аҙағына тиклем тағы дүрт кешенең килеүе көтөлә.
ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: