0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 11:15

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыу буйынса яңы рекорд теркәлде

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыу осраҡтары буйынса яңы рекорд теркәлде.

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыу осраҡтары буйынса яңы рекорд теркәлде.
Тәүлек эсендә пневмония менән сирләгәндәр һаны 337-гә етте, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Шул уҡ ваҡытта бер тәүлектә 360 кеше дауахананан сығарылды.
Кисә республикала дауахананан тыш пневмония менән сирлеләр 299 кеше тәшкил итте.
Бынан алда «Башинформ» быйыл дауахананан тыш пневмониянан вафат булғандар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда икеләтә тиерлек артыуын хәбәр иткәйне.
Ағымдағы йылдың ғинуарынан октябренә тиклем ошондай диагнозлы 1505 кеше донъя ҡуйған, 2019 йылдың ошо уҡ осоронда — 860.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 10 ноябрҙә пневмонияға ҡаршы прививканың COVID-19-ҙан һаҡламауын әйтте. «Кешенең үпкәһе төрлө сәбәптәр буйынса шешергә мөмкин. Структураһы һәм үҙенсәлектәре буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған вирус инфекциялары ла, бактериялар ҙа патологик процесс барлыҡҡа килтерә», — тине Забелин.
Министр билдәләүенсә, пневмококтан вакцина иһә тәү сиратта пневмококк пневмонияһына сәбәпсе булған микроорганизмдарҙан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән.
Пневмонияны күкрәк ситлеге органдарының компьютер томографияһы һәм рентгенография асыҡлай.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: